Спорт
29 Май 2023, 04:45

Латыштар "чемпион"....

Яңыраҡ уҙған хоккей буйынса донъя беренселегендә Латвия хоккейсылары АҠШ командаһын өҫтәмә ваҡытта еңеп, үҙ тарихында беренсе тапҡыр донъя чемпионатының бронза миҙалын яуланы.  

Ә инде чемпион булып Канада уйынсылары немецтарҙы отоп, ул йәһәттән рекорд ҡуйҙы. Хәҙер улар 28 тапҡыр еңеүсе булып. беҙҙең СССР һәм Рәсәй  заманындағы күрһәткесте уҙып китте. Беҙҙең уйынсылар Союз мәлендә 22 тапҡыр дан яулаһа. әлеге ваҡытта ете мәртәбә алтын миҙал яулай. һуңғы тапҡыр 2014 йылда чемпион булғайны.

фото: ТАСС. 

Латыштар "чемпион"....
Латыштар "чемпион"....
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас