+9 °С
Ясна
Үҙ төркөмөндә беренсе урын алып, барыһын да хайран иткән Швейцария комндаһы немецтарға 1:3 иҫәбенә отолоп, өйөнә ҡайтып китте. Шулай уҡ бер ҡасан да ярымфиналға түгел, хатта үҙ төркөмөнән дә сыға алмай ыҙаланған латыштар, беҙ булмағанды файҙаланып. башынан аша һикерҙе. Ул сирекфиналда Швеция уйынсыларын еңеп, ярымфиналда Канада менән уйнаясаҡ. Ә инде Германия хоккейсылары АҠШ командаһы менән сәкәләшәсәк. Океан аръяғы уйынсылары уҙған йылдың еңеүсеһе - финдарҙы бәйгенән төшөрөп ҡалдырҙы.
фото: ТАСС.