Улар быға тиклем Мәскәүҙә Татарстан клубын ике рәт отҡас, бишенсе уйында Кубоклы ла булыр ине, әммә «Аҡ барс» уйынсылары көс-ғәйрәтен күрһәтеп, әле тиҙ генә еңелергә теләмәне һәм бәйгене дауам итте. Бәлки әрме уйынсылары үҙендә байрам ойоштормаҡсы булып, Ҡазанда юрамал бирелгәндер. Һәр хәлдә бөгөн беләсәкбеҙ. Тик бишенсе осрашыуға ҡарағанда, Радулов һәм уның командалаш иптәштәре күҙендә «ут» күренгән һымаҡ тойолдо...
фото: ТАСС.