Спорт
8 Апрель 2023, 17:40

Француздар беҙҙең яҡлы

“Ярыштарҙа үҙеңде тулыһынса тойор өсөн   Рәсәй менән Белоруссия спортсыларың юҡлығы һиҙелә.  

Беҙ уларҙы һағындыҡ. Сөнки улар һәр ваҡыт ярыштарҙа көсөргәнешлек тыуҙырҙы. Спортты сәйәсәт менән бутарға ярамай, сөнки спорт халыҡты берләштерә. Һәм мин уларҙы ҡайтарыу яҡлы” – тип белдерҙе Франция йыйылма командаһы биатлонсыһы Эмильен Жаклен. Уның һүҙен ҡеүәтләп, командалаш иптәше Кентен Фийон Майе ла беҙҙекеләргә ҡарата йылы ҡарашын йәшермәне: – Улар мотлаҡ Олимпия уйындарында ҡатнашырға тейеш. Спортта милләт айырмаһы юҡ.

Норвегияның билдәле саңғысыһы Эмиль Иверсен   да Рәсәй спортсыларына хөрмәтен белдереп, саңғыла Большунов һәм башҡаларҙың булмауын саңғы спорт төрөндә конкуренцияның һүлпәнәйеүенә ҙур йоғонто яһай тине.  

Ғөмүмән, күптәр беҙгә ҡарата үҙ фекерен асыҡ рәүештә белдермәһә лә, беҙҙекеләрҙең ҡайтыуын телай...  

фото: ТАСС. 

Француздар беҙҙең яҡлы
Француздар беҙҙең яҡлы
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас