Биатлонсылар 40 саҡрым араға йүгереп, һигеҙ атыу рубежында мәргәнлеген һынарға тейеш ине. Әлбиттә, миҙгел аҙағы булараҡ, күптәр арыуға һылтанып. үҙҙәрен ыҙалатмаҫҡа булды. Шулай ҙа төп команданан Никита Поршнев, Антон Бабиков, Кәрим Хәлили, Александр Поварницын һәм башҡалар оҙон дистанцияла тәүгә үҙҙәрен һынап ҡарарға булды.
Шулай итеп, Поршнев өс тапҡыр сәпкә яҙа атып, марафонды бер сәғәт 56 минут 14,5 секундта үтеп беренсе булһа, унан бер минуттан күберәк ҡалышып, Хәлили икенсе килә һәм яҡташыбыҙ Бабиков өсөнсө һөҙөмтәгә өлгәште. Ул Хәлилиҙән 16 секундҡа ҡалышты.
фото: ТАСС.