Әлегә “Динамо-Нева” клубы менән дүрт осрашыу уҙғарып, 2 апрель Өфөлә хәл иткес һуңғы бәйгелә сәкәләшәсәк. Ә инде төп командабыҙ – “Салауат Юлаев” беренсе раундта уҡ төшөп ҡалғас, Нефтекаманың “Торос” хоккейсылары даими чемпионатта түбәнге урын яулауына ҡарамаҫтан, башта дүртенсе булған “Дизель” клубын төшөрөп ҡалдырып, һуңынан “Сокол”ға ла тик етенсе уйында отолдо. “Толпар” үҫмерҙәр командаһы ла сирекфиналда “Омские ястребы” уйынсыларынан отолоп, бәйгене дауам итә алманы.
фото: ТАСС.