Спорт
21 Марта 2023, 09:10

“Өфө”нөң яҙмышы бөтөр һымаҡ...

Футбол буйынса Рәсәй беренселегенең юғары лигаһында сығыш яһаған “Өфө” командаһы турҙан-турға аҫҡа тәгәрәп, моғайын был лиганан да төшөп ҡалыр.  

Ете миҙгел буйына Рәсәй Премьер-лигаһында грандтар менән типә-тиң уйнап, хәҙер бына ошо хәлгә ҡалып бара. Былтыр түбәнгә тәгәрәгәс, клуб етәкселеге ҡайтанан элитаға ҡайтыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайны. Әммә тора-бара, команданың һөҙөмтәһе насарайғандан-насарайҙы. Тренерҙы ла алмаштырып ҡаранылар, тик күрһәткес үҙгәрмәне. Һуңынан аҡса юҡ тип, клуб чемпионаттан сығыуы хаҡында ла хәбәр таратты. Ҡыҫҡаса әйткәндә, аңлашыумасанлыҡ тыуҙы. Әле улар, һуңғы ике осрашыуҙан һуң өс мәрәй яулап, йәнә бер баҫҡысҡа түбәнгә тәгәрәне.

фото: ТАСС. 

“Өфө”нөң яҙмышы  бөтөр һымаҡ...
“Өфө”нөң яҙмышы бөтөр һымаҡ...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас