Спорт
18 Март 2023, 03:50

Козлов ҡала, Кадейкин китә....

“Салауат Юлаев” командаһы 13 уйынсыһының клуб менән килешеүе тамамлана.  

Ҡапаҡа һаҡсылары Ежов һәм Кареев, һаҡсылар Панин, Антипин, Бирюков, Мерфи, Науменков һәм Мясищев, һөжүмселәр Кадейкин, Картаев, Кулемин, Хо-Сэнг һәм Кузьмин 30 апрелдән һуң иреккә сығасаҡ. Клуб етәкселеге баш тренер Виктор Козловты командала ҡалдырып, биш миҙгел составта уйнаған Кадейкинға яңы килешеү тәҡдим итмәгән. Исемлектәге бер ике хоккейсыны һанамағанда, ҡалғандарына ла моғайын командала урын булмаҫ.

Ә бына АҠШ легионеры Хмелевскийға етәкселек эш хаҡын арттырып, контрактын бер йылға оҙайтты. Шмелевты ла ҡалдырмаҡсылар.

фото: ТАСС

Козлов ҡала, Кадейкин китә....
Козлов ҡала, Кадейкин китә....
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас