Спорт
16 Марта 2023, 09:15

Башлыҡ команда етәкселеге менән осрашты

Яңыраҡ Республика Башлығы Радий Хәбиров “Салауат Юлаев” командаһы етәкселеге һәм уйынсылары менән осрашып, уҙған миҙгелгә һығымта яһаны.  

Башлыҡ клубтың даими беренселектәге һөҙөмтәһенә туҡталып, уларҙың уңышын баһаланы. Баш тренер эшенән ҡәнәғәт ҡалып, Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүселәрен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм  киләсәктә уларға ышаныс белдерҙе.

- Әлбиттә, көйәрмәндәр плей-офтан яҡшы һөҙөмтә көттө, әммә нишләйһең, килеп сыҡманы. Киләсәктә хаталарға һығымта яһап, командабыҙға уңыштар теләйек”, тине Радий Хәбиров.

фото: Башинформ.

Башлыҡ команда етәкселеге менән осрашты
Башлыҡ команда етәкселеге менән осрашты
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас