Әле үк командалар көслөнө иҫбатлар өсөн 14 овертаймда уйнап, үҙенсәлекле рекорд ҡуйҙы. Биш үҙ-ара осрашыуҙан һуң, тик ике команда ғына киләһе раундҡа сыҡты. Башта “Локомотив” уйынсылары “Витязь”де дөйөм 4:1 иҫәбенә отоп сыҡһа, кисә “Авангард” клубы “Себер”ҙе шул уҡ иҫәпкә еңде. Бөгөн бәлки тағы өсәүһе билдәле булыр. “Аҡ барс” командаһы “Нефтехимик” менән осрашһа, СКА хоккейсылары “Динамо” (Минск) клубы менән уйнай. Тәүге икәүһе дғүәселәрен 3:2 иҫәптәренә еңә. Шул уҡ “Адмирал” да башынан аша һикереүе ихтимал. Өфөләргә нисек тә булһа йәбешеп ҡалыр өсөн, бөгөн мотлаҡ еңеү кәрәк. Бының өсөн һөжүмселәр һөжүмсе икәнән иҫбатлап, ҡапҡасыбыҙ стена булып ҡалҡырға тейеш... Башҡа сара юҡ.
Уйынға бер сәғәттән ашыуыраҡ ваҡыт бар.
фото: ТАСС.