Оят... Шундай состав менән үҙ тарихында дүрт кенә тапҡыр плей-оффҡа эләгеп, унда ла беренсе әйләнештән ары китә алмаған Владивосток уйынсыларына отолоп ятсы әле. Осрашыу һайын өфөләрҙең баш тренеры Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәренә һүҙ тейҙермәй маҡтаһа ла, ә ҡайҙа һуң һөҙөмтә?.. Команда лидерҙары Кадейкин, Шмелев, Хмелевскийҙарға нимә булған. Улар бит әлегә бер ҙә уңышҡа ирешә алманы. Ҡапҡасы Ежов та "иләкләнеп" бөттө. һуңғы голдар уның намыҫында. Ғөмүмән, бөгөн еңелһәләр, юлаевсылар яңы тиҫкәре битен асасаҡ.
фото: ТАСС.