Быға тиклем өфөләр Владивостокка барып, унда уҙған ике осрашыуҙың береһендә генә дәғүәсеһен саҡ еңеп ҡайтты. Ғөмүмән, быйылғы плей-офф, быға тиклем уйнатылған “Гагарин”дың 14 бәйгеһендә лә булғаны юҡ. Һигеҙ парҙың алтыһында тигеҙлек. Хатта “Нефтехимик” уйынсылары Көнсығыш конференцияһы лидеры, өлкән “ағаһы” “Аҡ барс”ҡа тешен ҡайрап, дөйөм иҫәпте тигеҙләне. Шулай уҡ Көнбайышта миҙгел буйы барыһын да пыран-зыран килдергән СКА клубы ла “Динамо” (Минск) уйынсыларына “асҡыс” таба алмай ыҙалана. Һөҙөмтә – 2:2. Уҙған миҙгел Гагарин кубогын яулаған ЦСКА командаһы ла “Северсталь” хоккейсыларына ҡаршы ауырлыҡ кисерә. “Динамо” (Мәскәү) менән “Торпедо” командалары арһында ла дүрт уйындан һуң тигеҙлек. Әлегә “Локомотив” менән “Авангард” ҡына бер аяҡтары менән ярымфиналда. Тәүгеһе “Витязь” клубын 3:1 иҫәбенә еңеп килһә, Омск өлкәһе хоккейсылары “Себер”ҙе шул уҡ иҫәпкә ота.
фото: ТАСС.