Чемпионатта етенсе урын яулап, төп бәйгегә сыҡҡан Владивосток уйынсылары юлаевсыларға ҡаршы тешләшеп, типә-тиң уйнай. Улар Өфөлә беренсе уйында уҡ еңеү яулап, үҙендә ышаныс уятты. Өсөнсө бәйгелә юлаевсыларға 0:2 иҫәбенә отола килеп, иҫәпте тигеҙләүгә өлгәшә һәм овертаймды йәнә еңеү яуланы.
Шулай уҡ “Трактор” һәм “Амур” командалары менән һуңғы бер урын өсөн миҙгел буйына “талашып”, һуңғы мәлдә генә уны яулаған “Нефтехими” уйынсылары ла Көнсығыш конференцияһы лидеры, өлкән ағаһы “Аҡ барс”ҡа тешен ҡайрай. Унда ла дөйөм иҫәп – 2:2. Көнбайышта ла хәлдәр, хәтәр. Унда миҙгел буйы барыһын да пыран-зыран килдергән СКА клубы “Динамо” (Минск) уйынсыларына “асҡыс” таба алмай ыҙалана. Һөҙөмтә – 2:2. Уҙған миҙгел Гагарин кубогын яулаған ЦСКА командаһы хатта еңелеү кисерә. Улар “Северсталь” хоккейсыларын дөйөм 1:2 иҫәбенә отолоп килә.
Ғөмүмән, быйылғы бәйге, быға тиклем булғандарынана бөтөнләй оҡшамаған.
фото: ТАСС.