Уҙғанында уларҙы алдыра алмағас, быныһында моғайын урынына ултыртыр тип ышанғы килә. Юлаевсыларҙың баш тренеры ла тәрбиәләнеүселәренә ышаныс белдереп, был хаҡта асыҡ итеп әйтте.
Кисә плей-оффтың баш парҙары ла беренсе осрашыуын уҙғарҙы. Әйтәйек, "Авангард" клубы өҫтәмә ваҡытта "Себер"гә 1:2 иҫәбенә отолһа, "Автомобилист" иһә, "Металлург" командаһын 4:2 иҫәбенә еңде. Көнбайышта ЦСКА уйынсылары "Северсталь"де 5:2 иҫәбенә алдырһа, "Торпедо" хоккейсылары "Динамо" (Мәскәү) клубына 1:3 иҫәбенә бирелде.
фото: ТАСС.