Башта “Салауат Юлаев” командаһы “Адмирал” уйынсыларынан күп ваҡыт өҫтөнлөк итһә лә, өҫтәмә ваҡытта дәғүәсеһенә 1:2 иҫәбенә отолдо. Һуңынан “Аҡ барс” клубы ла плей-оффҡа саҡ йәбешеп ҡалған “ҡустыһы” - “Нефтехимик” уйынсыларына шулай уҡ овертаймда 2:3 иҫәбенә еңелде. Миҙгел буйына береһен дә аямай еңеү артынан еңеү яулап килгән СКА командаһы ла “Динамо” (Минск) клубына 4:6 иҫәбенә ҡыйралды. Ә инде “Локомотив” хоккейсылары “Витязь” командаһына гол индерә алмағас, тегеләр өҫтәмә ваҡытта уңышҡа өлгәшә һәм еңеү яулай.
фото: ТАСС.