Шулай уҡ “Аҡ барс” уйынсылары “Нефтехимик” менән уйнаһа, Көнбайышта СКА клубы “Динамо” (Минск) клубына һынау башлап, “Локомотив” командаһы “Витязь” хоккейсылары менән көс һынашасаҡ.
Владивосток уйынсыларына килгәндә, өфөләр улар менән тәүгә плей-оффта сораша. “Адмирал” командаһы КХЛ-да һигеҙ миҙгел уйнап, үҙ тарихында өс тапҡыр плей-оффта ҡатнаша һәм өсөһөндә лә беренсе раундты үтә алмай. Даими беренселектәге уйындарға килгәндә, улар быйыл үҙ-ара дүрт тапҡыр сәкәләшә һәм икеһе лә икешәр еңеү яулай. Ә инде дөйөм алғанда, 29 мәртәбә уйнайҙар һәм 19-ында өҫтөнлөк өфөләр яғында булһа, 10-ында “Адмирал” уйынсылары еңеү яулай.
фото: ТАСС.