Спорт
27 Февраля 2023, 05:10

“Автомобилист” та, “Себер” ҙә, “Металлург” та түгел, “Адмирал”

Кисә КХЛ-дың даими беренселеге уйындары тамамланып, Көнсығыш конференцияһында плей-оффтың  беренсе раундта уйнаясаҡ  парҙары билдәле булды.  

Көнсығышта командалар шул хәтлем тығыҙ урынлашҡайны, хатта һуңғы уйын һөҙөмтәһе буйынса ғына кемдәң кем менән осрашасағы асыҡланды.

Шулай итеп, Салауат Юлаев” командаһы “Металлург” клубын буллит серияһында еңеп, беҙҙең конференцияла икенсе урын яуланы һәм уйламағанда плей-оффта “Адмирал” менән сәкәләшәсәк. Владивосток командаһы КХЛ-да һигеҙ миҙгел уйнап, үҙ тарихында өс тапҡыр плей-оффта ҡатнаша һәм өсөһөндә лә беренсе раундты үтә алмай. Өфөләр менән улар тәүгә осрашасаҡ.

Башҡаларында “Аҡ барс” уйынсылары “Нефтехимик” менән уйнаһа, “Авангард” клубы “Себер” менән һәм “Автомобилист” хоккейсылары “Металлург”ҡа һынау тотасаҡ.

Плей-офф уйындары 1 мартта башланып, “Салауат Юлаев” командаһы “Адмирал”ды ҡабул итәсәк.

 

“Автомобилист” та, “Себер” ҙә, “Металлург” та түгел, “Адмирал”
“Автомобилист” та, “Себер” ҙә, “Металлург” та түгел, “Адмирал”
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас