Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Февраль 2023, 10:15

Йә, “Автомобилист”, йә, “Себер”, йә, “Металлург”...

Бөгөн КХЛ-дың даими беренселеге уйындары тамамланып, Көнсығыш конференцияһында плей-оффтың парҙары билдәле буласаҡ.  

Сөнки Көнбайышта кемдәр кем менән осрашасағы алдан билдәле булды. Унда: СКА – “Динамо” (Минск), ЦСКА – “Северсталь”, “Локомотив” – “Витязь” һәм “Торпедо” – “Динамо” (Мәскәү). Беҙҙә иһә, “Аҡ барс” клубы менән “Нефтехимик”тың үҙ-ара уйнаясағы билдәле булғайны.

“Салауат Юлаев” командаһына юғарылағы урынын һаҡлап ҡалыр өсөн Магнитогорск клубына еңелмәҫкә кәрәк. Тик нисек кенә булмаһын, уның дәғүәсеһе булып, йә “Автомобилист”, йә “Себер”, йә “Металлург” булыуы мөмкин. Ошо бөгөнгө буласаҡ һөҙөмтәнән һуң, асыҡлыҡ инәсәк тә инде.

фото: ТАСС.

Йә, “Автомобилист”, йә, “Себер”, йә, “Металлург”...
Йә, “Автомобилист”, йә, “Себер”, йә, “Металлург”...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: