“Нефтехимик” командаһы Ҡытай клубын еңеп, һуңғы баҫҡысҡа эләгеп ҡалды һәм плей-оффтың беренсе раундын “Аҡ барс” уйынсылары менән башлаясаҡ. Ә бына ҡалған парҙар тик һуңғы ғына бәйгелә билдәле буласаҡ.
Көнбайышта, мәҫәлән әле үк өс пар билдәле. ЦСКА клубы “Северсталь” менән башлаһа, “Локомотив” хоккейсылары “Витязь” менән көс һынашасаҡ һәм “Торпедо” командаһы “Динамо” (Мәскәү) менән уйнай. СКА ғына үҙ дәғүәсеһен көтөп ҡала. Ул, йә “Динамо” (Минск), йә “Спартак” буласаҡ.
фото: ТАСС.