Уҙғанында өфөләр Екатеринбургта “Автомобилист” уйынсыларын 3:1 иҫәбенә отҡайны. Был юлы ла бәйге бик көсөргәнешле булмаҡсы. Сөнки юлаевсыларҙың һуңғы ситтәге өс уйыны ла турнирҙаш командалар менән юғарыраҡ урын өсөн бара. Әйтәйек, “Автомобилист” иҫәбендә - 81 мәрәй, бишенсе урын, “Себер” иҫәбендә - 83 мәрәй, өсөнсө урын. Ә инде “Салауат Юлаев” клубы иҫәбендә – 82 мәрәй, дүртенсе урын. Беҙҙекеләрҙең киләһе буласаҡ дәғүәсеһе “Металлург” командаһында 80 мәрәй, алтынсы урын. Шуға күрә, һәр бәйге бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы.
Мәҫәлән, бөгөн “Автомобилист” клубы плей-оффтың һуңғы баҫҡысына көрәш алып барған “Трактор” менән уйнаһа, “Металлург” уйынсылары конференция лидеры “Аҡ барс” менән сәкәләшәсәк.
фото: ТАСС.