Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Февраль 2023, 17:05

Кемеһе булһа ла, еңергә кәрәк

Яңыраҡ “Салауат Юлаев” командаһы ситтәге икенсе уйынын дауам итеп, Новосибирскиҙа урындағы “Себер” клубын да  3:1 иҫәбенә еңде.  

Уҙғанында өфөләр Екатеринбургта “Автомобилист” уйынсыларын 3:1 иҫәбенә отҡайны. Шулай итеп. өфөләр 84 мәрәй яулап, ваҡытлыса үҙ конференцияһында икенсе урынға күтәрелеп торҙо. Сөнки әлеге ваҡытта “Авангард” (83 мәрәй) менән “Торпедо” араһында барған уйында, тәүгеһе дәғүәсһен еңеп килә.

Киләһе даими беренселектең һуңғы бәйгеһендә, беҙҙекеләр “Металлург” клубы менән уйнаясаҡ. Әгәр өфөләр еңеү яулаһа, плей-оффта “Адмирал” менән уйнар ине.  Ә инде отолһа, йә “Себер”, йә “Металлург”, йә “Автомобилист” булыуы ихтимал.

фото: ТАСС. 

Кемеһе булһа ла, еңергә кәрәк
Кемеһе булһа ла, еңергә кәрәк
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: