Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Февраль 2023, 10:20

Әле үк плей-офф башланды...

Кисә “Салауат Юлаев” командаһы “Авангард” клубын 3:1 иҫәбенә алдырып, алтынсы урындан икенсе баҫҡысҡа менеп баҫты.   

Шәмбе көндө өфөләр, даими беренселектең үҙендәге һуңғы осрашыуын “Себер” клубы менән уҙғарасаҡ. Аҙаҡтан улар ситтә “Автомобилист”, йәнә “Себер” һәм “Металлург” уйынсылары менән көс һынашып, буласаҡ плей-офф парҙарын билдәләйәсәк.
Әлегә Көнсығыш конференцияһында командалар шул хәтлем тығыҙ урынлашҡан, ана шул юғарылағы бәйгеләрҙең һөҙөмтәһе барыһына ла асыҡлыҡ индерәсәк. Ә бына аҫтағыларҙан “Барыҫ” уйынсылары төп бәйгегә көрәшен тамамлап, беренселекте уйнап бөтөүгә генә ҡала. Хәҙер унда өс команда бер урын өсөн көрәшә.

фото: ТАСС.

Әле үк плей-офф башланды...
Әле үк плей-офф башланды...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: