Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Февраль 2023, 15:10

Ҡытайҙар килә Өфөгә

Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы үҙ майҙанындағы уйындарын дауам итеп, Көнбайыш конференцияһынан плей-оффҡа сығыуға өмөтөн юғалтҡан Ҡытайҙың “Куньлунь Ред Стар” клубын ҡабул итә.  

Ғөмүмән, плей-офф тигәндән, Көнбайыштан СКА, “Локомотив”, ЦСКА, “Торпедо” һәм “Динамо” (Мәскәү) командалары алдан уҡ төп бәйгегә урын алһа, Көнсығыш конференцияһынан әлегә “Аҡ барс” менән “Себер” клубтары юғарылағы уңышҡа ҡаҙанды. Ҡытай уйынсыларынан тыш, “Сочи” командаһы ла беренселекте даими чемпионат менән генә тамамлаясаҡ. Ул төркөмдән тағы бер урын өсөн “Спартак” (58 мәрәй), “Северсталь” (62 мәрәй) һәм Минскиҙың “Динамо”һы (63 мәрәй) көрәш алып бара. Көнсығышта әлегә был йәһәттән билдәһеҙлек. Сөнки аҫтағыларҙан береһе лә өмөтөн юғалтмаған. Әйтәйек, бәхетле һигеҙенсе баҫҡыста урынлашҡан “Амур” клубы иҫәбендә 64 мәрәй булһа, “Нефтехимик” менән “Трактор” хоккейсылары 61-шәр мәрәй менән туғыҙынсы-унынсы урындарҙы бүлешә. Турнир таблица­һының иң һуңғы урынын биләгән “Барыҫ” командаһы иҫәбендә – 59 мәрәй.
Юлаевсылар ситтәге өс осрашыуҙа юғалтыу кисергәс, уҙғанында ЦСКА-ны өҫтәмә ваҡытта 2:1 иҫәбенә отто.
Әлегә улар 71 мәрәй яулап, алтынсы урынын һаҡлап ҡалды һәм плей-оффҡа эләгеү өсөн тағы ете мәрәй яулайһы бар.

фото: ТАСС. 

Ҡытайҙар килә Өфөгә
Ҡытайҙар килә Өфөгә
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: