Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Февраль 2023, 10:40

“Телефонда ултырмағыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ”, - ти Архангел районынан Айлина Хәсәнова

Ошо арала 15 йәшен тултырасаҡ үҫмер ҡыҙ, бынан ике йыл элек тхэквондо спорт төрө менән шөғөлләнә башлай.  

“Һуғыш спорт төрө менән күптән ҡыҙыҡһына торғайным. Шуға ла ошоға ярашлы сит ил киноларын ҡарап, үҙемсә күнекмәләр яһай башланым. Бәхетемә күрә, бер ваҡыт беҙҙең район үҙәгендә тхэквондо буйынса секция асылыуын ишетеү менән шунда яҙылырға  йүгерҙем.  Ата-әсәйем дә ризалығын белдерҙе һәм бына шунан бирле ҙур ихласлыҡ менән тхэквондо серҙәренә өйрәнәм. Классташ  иптәштәрем дә артымдан эйәргәйне, әммә күпкә сыҙаманылар. Ә миңә оҡшай. Бөтә Рәсәй ярыштарына барып өсөнсө урын алып ҡайттым. Ә бына Өфө ҡала чемпионатында юғары уңышҡа ҡаҙандым”.

Күнекмәләрҙән тыш беҙҙең геройыбыҙ бейеү һәм вокал дәрестәренә лә йөрөргә ваҡыт таба. Уҡыуҙа ла һынатмай, олимпиадаларҙа ҡатнаша, тырыш ҡыҙ. Буш ваҡытында ата-әсәһенә ярҙам итеүҙән тыш, телевизорҙан конькиҙа фигуралы шыуыу ярыштарын ҡарарға ярата. Кумиры ла бар. Олимпия уйындарының көмөш миҙал призеры Александра Трусова.

 Киләсәктә тхэвкондо төрө менән ныҡлап шөғөлләнеп, профессиональ спортсы булмаҡсы. Тиңдәштәренә телефонда ултырмағыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ ти ул. Афарин! Уңыштар ғына теләп ҡалайыҡ!

Фото: А. Ураҙғолов.

“Телефонда ултырмағыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ”, - ти Архангел районынан Айлина Хәсәнова
“Телефонда ултырмағыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ”, - ти Архангел районынан Айлина Хәсәнова
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: