Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Февраль 2023, 21:30

Эшлекле еңеү

Яңыраҡ “Салауат Юлаев” командаһы даими беренселектең уйынын дауам итеп, Көнбайыш конференцияһынан ЦСКА клубын ҡабул итте.  

Быға тиклем улар Мәскәүҙә үҙ-ара осрашып, хужалар өфөләрҙән 4:2 иҫәбенә өҫтөнлөк иткәйне. Һәм бына йәнә бәйге. Иҫәпте беренсе булып юлаевсыларҙың капитаны Григорий Панин асты. Иҫәп һуңғы осорҙоң урталарына тиклем һаҡланып барҙы. Әммә ҡунаҡтар тырышлығы менән уны тигеҙләүгә өлгәште. Ә инде овертаймда әрме уйынсылары үҙ-ара аңлашылмаусылыҡ арҡаһында хаталана һәм хужалар еңеү шайбаһын индереп, ике мәрәйле булалар. Еңеү шайбаһын өсөнсө уйын рәттән, АҠШ легионеры Александр Хмелевский индерә.
Шулай итеп юлаевсылар 71 мәрәй яулап, алтынсы урынын һаҡлап ҡалды. Ә бына “Себер” командаһы беренселәрҙән булып Көнсығыштан плей-оффҡа сыҡты.

фото: ТАСС. 

Эшлекле еңеү
Эшлекле еңеү
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: