Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Февраль 2023, 10:45

Көнбайыштан дүрт команда плей-оффҡа сыҡты

Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы ситтәге уйындарын дауам итеп, Мәскәүҙә урындағы ЦСКА клубы менән осраша.

Әрме хоккейсылары СКА, “Торпедо” һәм “Локомотив” уйынсылары менән бер рәттән, даими беренселек тамамланмаҫ борон алдан плей-оффта урын алды. Шуға ҡарамаҫтан, улар турнир таблицаһында юғарыраҡ урын өсөн һәр бәйгелә ҡумтаһын байытырға тырыша. Йыраҡ йөрөмәй, шул уҡ “Торпедо” командаһын алайыҡ. Уҙған турҙа ул өфөләрҙе ҡабул итеп, беҙҙекеләрҙе 5:1 иҫәбенә отто һәм Көнбайыш конференцияһында икенсе урынды биләне. Юлаевсыларҙың әлеге дәғүәсеһе лә “Торпедо”нан ике мәрәйгә ҡалышып, “Локомотив” хоккейсылары менән өсөнсө-дүртенсе урындарҙы бүлешә. “Салауат Юлаев” иһә, 69 мәрәй яулап, Көнсығышта – алтынсы. Унан бер баҫҡысҡа аҫта килгән “Адмирал” бары өс мәрәйгә ҡалыша. Ә бына чемпионат башында үҙ урынын таба алмаған “Аҡ барс” клубы хәҙер хатта иң юғары урынға менеп баҫты. Улар “Себер” менән 75-шәр мәрәй яулап, беренсе-икенсе урындарҙы бүлешә.

фото: ТАСС. 

Көнбайыштан дүрт команда плей-оффҡа сыҡты
Көнбайыштан дүрт команда плей-оффҡа сыҡты
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: