-3 °С
Болотло
Унда Рәсәй төбәктәренән бөтәһе меңгә яҡын спортсылар үҙ категорияларында көс һынашты. Республикабыҙ намыҫын яҡлаған “Молот” спорт клубы 17 миҙал яулап, дөйөм командалар күрһәткесе буйынса өсөнсө урынға сыҡты. Улар араһында юғары уңышҡа ҡаҙанған Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылынан Алтынай Малабаева ла бар. 11 йәшлек ҡыҙ, үҙ ауырлыҡ категорияһында дәғүәселәрен еңеп, сираттағы алтын миҙалын яуланы. Афарин!
Фото: А. Ураҙғолов.