Хоккей буйынса КХЛ-дың даими беренселеге тамамланыуға 11 тур тирәһе ҡалһа ла, әле үк ундағы көрәш чемпионатҡа мәртәбә өҫтәй. Күптән командалар араһында бындай дәғүәселек булмай торғайны. Сөнки уйын һайын турнир таблицаһында үҙгәрештәр булып тора.
Көнсығыш конференцияһын ғына алайыҡ: юғарыла урынлашҡан биш команда бер-береһенән ике генә мәрәйгә ҡалыша. Шулай уҡ аҫтағы дүрт команда плей-оффтағы бер урын өсөн талаша.
Көнбайышта ла, өс клубты һанамағанда, СКА беренселәрҙән булып плей-оффҡа алдан сыҡты, ә инде “Сочи” менән “Куньлунь” уйынсылары даими беренселекте тамамлау өсөн генә уйнай. Сөнки уларҙың икеһе лә плей-оффҡа өмөтөн юғалтты.
“Салауат Юлаев” командаһына килгәндә, ул ситтәге осрашыуҙан мәрәйһеҙ ҡайтып, өҫтәгеләрҙән бер аҙ ҡалышты.
Бөгөн ул Көнбайышта бәхетле урын өсөн көрәш алып барған “Северсталь” хоккейсыларын ҡабул итә.
Уға тиклем беҙҙекеләр принципиаль дәғүәсеһе – “Аҡ барс” командаһын ҡабул итеп, көсөргәнешле бәйгелә ҡунаҡтарҙы өҫтәмә ваҡытта ғына алдыра алды. Быйылғы миҙгелдә улар үҙ-ара алты уйын уҙғарып, һәр береһе өсәр еңеү яуланы.
Череповец клубынан һуң Өфөгә “Нефтехимик” клубы киләсәк. Аҙаҡтан өфөләр ҡунаҡта “Торпедо” һәм ЦСКА командалары менән осрашҡас, үҙендә йәнә әрме уйынсылары менән сәкәләшәсәк. Шулай уҡ “Куньлунь” һәм “Витязь” клубтарына ҡаршы һынау тотасаҡ. Унан тыш, тағы алты уйын үткәреп, даими беренселекте тамамлаясаҡ.
Әлегә “Салауат Юлаев” уйынсылары 65 мәрәй менән үҙ конференцияһында юғарыла килгән “Автомобилист” һәм “Себер”ҙән биш мәрәйгә ҡалышып, алтынсы урынды биләй.
фото: ТАСС.