Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Ғинуар 2023, 12:00

Йәнә "Аҡ барс", йәнә "йәшел" дерби...

Бөгөн "Салауат Юлаев" командаһы Рәсәй чемпионатын дауам итеп, үҙ майҙанында "Аҡ барс" клубын ҡабул итә.  

Быға тиклем өфөләр ситтә өс  осрашыу уҙғарып,   нуль мәрәй менән ҡайтты.  Шуға ла өҫтәгеләр мәрәй айырмаһын бер аҙ арттырып, юлаевсыларҙы алтынсы урынға ҡыҫырыҡланы. Беҙҙекеләр иң өҫтә урынлашҡан "Себер"ҙән ете мәрәйгә ҡалышһа, йәнәш торған "Авангард"тан өс мәрәйгә. Ә инде "Аҡ барс" биш мәрәйгә уҙып китте. 

Унан һуң "Салауат Юлаев" уйынсылары "Северсталь" командаһын ҡабул итәсәк.

фото: ТАСС. 

Йәнә "Аҡ барс", йәнә "йәшел" дерби...
Йәнә "Аҡ барс", йәнә "йәшел" дерби...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: