Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Ғинуар 2023, 11:30

Ситтән буш ҡайтырмы...

Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы ситтәге осрашыуҙарын дауам итеп, Ярославлдә урындағы “Локомотив” клубы менән осраша.  

Быға тиклем булған ике бәйгелә лә өфөләр отолоу кисереҙе. Башта Ҡаҙанда “Аҡ барс” уйынсыларына 3:2 иҫәбенә еңелһә, һуңынан плей-офф зонаһына көрәш алып барған “Нефтехимик”ка ла 5:2 иҫәбенә бирелде. Хәҙер юлаевсыларҙы “Аҡ барс” та уҙып китеп, беҙҙекеләр алтынсы баҫҡысҡа төштө. Етенсе урынды биләгән “Адмирал” клубы ла бына-бына үксәһенә баҫырға тора.

Бөгөнгө осрашыуға килгәндә, “Салауат Юлаев” командаһы “Локомотив” менән яңыраҡ уйнап, дәғүәсеһен 2:0 иҫәбенә отоп ҡайтарғайны. Ярославль клубы әлеге ваҡытта Көнбайышта  дүртенсе урында тора.

фото: ТАСС.

Ситтән буш ҡайтырмы...
Ситтән буш ҡайтырмы...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: