Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Ғинуар 2023, 11:30

“Металлург” үсен ҡайтармаҡсы...

Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы йәнә Магнитогорскиҙың “Металлург” клубы  менән осраша.  

Яңыраҡ улар Магнитогорскиҙа үҙ-ара сәкәләшеп, өфөләр хужаларҙы 2:0 иҫәбенә отоп ҡайтҡайны. Унан һуң беҙҙекеләр Мәскәүҙә “Динамо”ға 2:3 иҫәбенә еңелеп, уҙған шәмбелә “Адмирал” уйынсыларын 2:0 иҫәбенә алдырҙы.

Әлегә юлаевсылар “Металлург” менән 63-шәр мәрәй яулап, өсөнсө-дүртенсе урындарҙы бүлешә.

“Сочи” командаһы 21 тапҡыр рәттән еңелгәненән һуң, ниһәйәт ике мәрәйле булды. Ә бына СКА клубы 84 мәрәй менән, беренселәрҙән булып алдан плей-оффҡа урын алды.

Фото: ТАСС.

“Металлург” үсен ҡайтармаҡсы...
“Металлург” үсен ҡайтармаҡсы...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: