Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Ғинуар 2023, 22:30

“Металлург” дүртенсегә юлаевсыларҙы алдырҙы...

Яңыраҡ“Салауат Юлаев” командаһы Магнитогорскиҙың  “Металлург” клубын ҡабул итеп, уларға 2:3 иҫәбенә еңелде.  

Ғөмүмән, быйылғы миҙгелдә улар үҙ-ара бишенсе тапҡыр көс һынашып, береһендә генә өфөләр өҫтөнлөк иткәйне. Тағы улар чемпионаттың һуңғы турында осрашып, даими беренселекте тамамлаясаҡ.

Ошо бәйгенән һуң, “Салауат Юлаев” командаһы “Авангард”ты алға сығарып, бишенсе баҫҡысҡа төшөп торҙо. Юғарылағы күрһәткескә килгәндә, “Автомобилист” менән “Себер” 66-шар мәрәй яулап, беренсе-икенсе урындарҙы бүлешһә, “Металлург” клубы бер мәрәйгә ҡала өсөнсө. Дүртенселә урынлашҡан “Авангард” иҫәбендә 64 мәрәй.

Киләһе осрашыуҙарын юлаевсылар ситтә, “Аҡ барс”, “Нефтехимик” һәм “Локомотив” командалары менән уҙғарасаҡ.

Фото: ТАСС. 

“Металлург” дүртенсегә юлаевсыларҙы алдырҙы...
“Металлург” дүртенсегә юлаевсыларҙы алдырҙы...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: