Владивосток уйынсылары әлегә юлаевсыларҙан ике мәрәйгә ҡалышып, турнир таблицаһының алтынсы урынында урынлашҡан. Ғөмүмән, улар быға тиклем үҙ-ара өс уйын уҙғарып, икеһендә өҫтөнлөк “Адмирал” яғында булды.
Өфөләр яңы йылды уңышлы ғына башлап, дүрт осрашыуҙа өс еңеү яуланы. Шуныһы мөһим: уларҙың дәғүәселәре лидерҙар рәтенән ине. Башта беҙҙекеләр Көнбайыш конференцияһынан “Локомотив” хоккейсыларын 2:1 иҫәбенә отҡас, һуңынан уның лидеры – СКА клубын 5:1 иҫәбенә еңде. Мәскәү алдынан Магнитогорскиға юлланып, урындағы “Металлург” уйынсыларын да 2:0 иҫәбенә алдырҙы. Ә инде “Динамо” командаһына ҡунаҡҡа барғас, тигеҙ уйында хужаларға 3:2 иҫәбенә отолдо.
Ҡалған уйындарға килгәндә, “Сочи” клубы 21-cе бәйге рәттән еңелеп, КХЛ-дың антирекордын яңыртты. Быға тиклем “Спартак” командаһы 2013/14 йыл миҙгелендә 19 осрашыу рәттән отолғайны. “Аҡ барс” хоккейсылары ла яйлап өҫкә үрмәләүен дауам итеп, хәҙер “Салауат Юлаев”тан ике генә мәрәйгә ҡалыша.