Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Ғинуар 2023, 19:15

“Локомотив”, СКА, “Металлург”...

Яңыраҡ“Салауат Юлаев” командаһы Магнитогорскиҙа урындағы“Металлург” клубын 2:0 иҫәбенә еңеп,  өсөнсө уйын рәттән лидерҙарҙы мәрәйһеҙ ҡалдырҙы.  

Беренсе осор шайбаһыҙ булһа, ҡалған икәүһендә берәр гол индереп, өфөләр еңеү яуланы. Уңышҡа Сучков менән Хмелевский өлгәште. Беҙҙекеләр быға тиклем “Металлург” менән булған өс осрашыуҙа ла уларға отолғайны.

Был еңеүҙән һуң. юлаевсылар йәнә дүртенсе баҫҡысҡа күтәрелде. Юғарыла ла командалар тығыҙ урынлашҡан, даими беренселек тамамланғансы шулай алмаш-тилмәш килерҙәр инде.

Сираттағы уйынын өфөләр Мәскәүҙә урындағы “Динамо” менән уҙғарасаҡ. Улар ҙа 62 мәрәй яулап, Көнбайышта бишенсе урында килә.   

Фото: ТАСС. 

“Локомотив”, СКА, “Металлург”...
“Локомотив”, СКА, “Металлург”...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: