Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Ғинуар 2023, 10:30

Көнбайышты еңде, сират Көнсығыш лидерына

Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы Көнсығыш конференцияһы лидерҙарының береһе – “Металлург” клубы менән улар майҙанында осраша.  

Магнитогорск уйынсылары “Автомобилист”ан бер мәрәйгә ҡала, икенсе. Өфөләр иһә, йәнә бишенсе баҫҡысҡа төштө. Ғөмүмән, турнир таблицаһына килгәндә, юғарылағы ете команда бер сама уйнап, бер-береһенән ике-дүрт мәрәйгә ҡалыша. Ә бына бәхетле һигеҙенсе урын өсөн дүрт клуб бер тигеҙ мәрәй яулап, пыран-зыран киләләр. “Барыҫ”, “Амур” һәм “Трактор” 46-шар мәрәй менән һигеҙенсе-унынсы урындарҙы бүлешһә, “Нефтехимик” иһә, уларҙан бер генә мәрәйгә ҡалыша. Тимәк, плей-оффҡа эләгер өсөн улар араһында көрәш ныҡ булып, бер бәхетле урынды шайбалар айырмаһы ла иҫбатлауы мөмкин.

Ә инде бөгөнгө бәйгегә ҡайтҡанда, юлаевсылар быға тиклем “Металлург” менән өс тапҡыр сәкәләшә һәм өсөһөндә лә дөғүәсеһе еңә. Тимәк, үс алырға ваҡыт...

Фото: ТАСС. 

Көнбайышты еңде, сират Көнсығыш лидерына
Көнбайышты еңде, сират Көнсығыш лидерына
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: