Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Ғинуар 2023, 19:10

Юлаевсылар ышанысты аҡланы

Яңыраҡ “Салауат Юлаев” командаһы Көнбайыш конференцияһы лидеры -   СКА клубын 5:1 иҫәбенә еңеп, киләсәккә өмөт уятты.  

Санкт-Петербургта уйынсылары бик һирәк отола, шуға ла улар 76 мәрәй яулап, КХЛ-да лидерлыҡты ҡулынан ысҡындырмай.  Быға тиклем дә Силәбелә “Трактор”ҙы 9:3 иҫәбенә ҡыйратып, баһаһын иҫбатланы. Беҙҙең хоккейсылар ҙа кәрәк саҡта уйнай беләләр. “Локомотив” командаһын 2:1 иҫәбенә алдырғас, СКА-ны ҙур иҫәпкә отоуы маҡтауға лайыҡ.

Шулай итеп, “Салауат Юлаев” клубы 59 мәрәй менән йәнә дүртенсе урынға күтәрелде. Юғарыла ” 62-шәр  мәрәй яулап, “Металлург” менән “Автомобилист” килә. “Авангард” иҫәбендә 60 мәрәй.

Ошо йәкшәмбелә өфөләр Магнитогорскиға юлланып, Көнсығыш лидеры менән сәкәләшәсәк.  

фото: ТАСС.

Юлаевсылар ышанысты аҡланы
Юлаевсылар ышанысты аҡланы
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: