Ул әйтеүенсә, команда быйылғы миҙгелде уйнап бөтөп, киләсәктә Премьер-лигаға сығыуын маҡсат итеп ҡуясаҡ.
Ә бит былтыр ғына етәкселек ышанысын юғалтып, «Өфө»нөң киләсәген юҡ. тип белдергәйне. Команда ла турҙан турға юғалтыу кисереп, турнир таблицаһында аутсайдерҙар рәтендә урын алған. Әгәр, миҙгелде уйнап бөтөп, урынын һаҡлап ҡалһа, Ғәзизов әйтмешләй, оҙаҡламай беҙҙекеләрҙе йәнә элита дивизионында күрербеҙ…
«Өфө» бит заманында Премьер-лигала юғары алтынсы урын да алып, Европа кубогының һайлап алыу бәйгеһендә көсөн һынаны.
Фото: ТАСС.