Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Ғинуар 2023, 10:35

20-се тапҡыр чемпион булды

Канадала уҙған  үҫмер хоккейсылар араһында донъя чемпионатында турнир хужалары Чехия командаһын өҫтәмә ваҡытта еңеп, үҙ тарихында 20-се тапҡыр еңеүсе булып танылды.  

Ғөмүмән, Канада уйынсылары беренселекте әллә ни уңышлы башламаны. Улар сирекфиналда словактарҙы шул уҡ овертаймда ғына саҡ алдырып, ярымфиналда ла ғауға менән АҠШ-ты отто. Сөнки Америка хоккейсыларының ике голын хөкүм итеүселәр һанаманы. Финалда уларға ҡаршы, чемпионатта уңышлы сығыш яһаған чехтар сыҡты. Әммә беренселек хужалары дәғүәсеһенең ҡапҡаһына ике яуапһыҙ гол индереп, еңеүгә ышаныс уята. Шулай ҙа Чехия үҫмерҙәре тырышлығы менән иҫәпте тигеҙләүгә өлгәшә һәм бәйгене овертаймға күсерә. Тик был юлы ла бәхет Канада уйынсыларына йылмая һәм улар икенсе чемпионат рәттән төп призды яулай.

Өсөнсө урын өсөн АҠШ командаһы менән Швеция уйынсылары сәкәләште һәм икеһенә 15 шайба индереп, һөҙөмтәлә тәүгеһе дәғүәсеһен 8:7 иҫәбенә отто.

фото: ТАСС.

20-се тапҡыр чемпион булды
20-се тапҡыр чемпион булды
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: