Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Ғинуар 2023, 22:30

Норвегияға ҡаршы дәғүәселәр ҙә юҡ хәҙер...

Cловакияла биатлон буйынса донъя кубогының дүртенсе этабы старт алды.  

Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар спринт бәйгеһендә көс һынашты һәм Швеция командаһынан Эльвира Эберг сираттағы еңеүен яулап,  быйылғы миҙгелдә икенсегә юғары урынға күтәрелде. Шуныһы ҡыҙыҡ: унан тыш, ул дүрт шәхси ярышта дүртенсе урын яулай.

Ир-ат араһында Норвегиянан Йоханнес Бе алдынғылыҡты бирмәй. Ул дүрт бәйгелә беренсе булды. Ғөмүмән, әлегә тиклем уҙған өс этап һөҙөмтәһе буйынса бер ярышта ғына фин  Норвегия биатлонсыларын уҙып, юғары урынға күтәрелде.

Саңғыла йүгереүҙә лә беҙҙекеләр булмағас, Норвегия спортсыларына тиңләшеүселәр табылмай. Улар ярыш һайын бар подиумды ла яулай.

Фото: ТАСС. 

Норвегия ҡаршы дәғүәселәр ҙә юҡ хәҙер...
Норвегия ҡаршы дәғүәселәр ҙә юҡ хәҙер...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: