Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Ғинуар 2023, 21:55

Мөмкинселек булғанда уйнаһындар...

Иртәгә иртән үҫмер хоккейсылар араһында донъя чемпионатының сираттағы еңеүсеһе билдәле буласаҡ.  

Ғәмәлдәге еңеүсе – Канада командаһы төп приз өсөн Чехия уйынсылары менән сәкәләшәсәк. Чехтарға килгәндә, улар 2001 йылдан бирле финалға сыҡҡаны юҡ ине. 2005 йылда ғына өсөнсө урын яулап, шунан алып  призерҙар исемлегенә инмәй. Ә инде Канада командаһы  йыл да тийерлек төп призға фаворит булып һанала. Әлбиттә, беҙҙекеләр уйнамағас, ә Рәсәй хоккейсылары чемпионат һайын призерҙар исемлегенән ҡалғаны булмай, башҡаларға мөмкинселек асылды. Шуға ла чехтар, ике тиҫтә ваҡыт уҙғас, башына аша һикермәксе...

Бронза миҙал өсөн АҠШ командаһы менән шведтар көрәшәсәк.

фото: ТАСС. 

Мөмкинселек булғанда уйнаһындар...
Мөмкинселек булғанда уйнаһындар...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: