Әлегә өфөләр 55 мәрәй яулап, “Адмирал” менән бишенсе-алтынсы урындарҙы бүлешә. Етенсе баҫҡыста урынлашҡан “Аҡ барс” командаһы ла (51 мәрәй) яйлап, өҫкә үрмәләүен дауам итә. Миҙгел башында беренселекте уңышһыҙ башлаған “Авангард” уйынсылары еңеү артынан еңеү яулап, хәҙер хатта Көнсығышта “Металлург” клубы менән икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлешә. Юғарыла урынлашҡан “Автомобилист” уларҙан ике мәрәйгә генә өҫтөнлөк итә.
Фото: ТАСС.