Бөтә яңылыҡтар
Спорт
31 Декабрь 2022, 08:35

Йәнә буллиттан еңелде...

Кисә “Салауат Юлаев” командаһы быйылғы йылдың һуңғы осрашыуын Омскиҙа урындағы “Авангард” клубы менән уҙғарып, уларға йәнә буллит серияһында отолдо.  

Башта бәйге юлаевсыларҙың өҫтөнлөгө менән бара. Улар ике яуапһыҙ шайба индереп, осрашыуҙа уңышлы башлай. Әммә, хужалар иҫәпте тигеҙләүгә өлгәшеп, был юлы ла буллит серияһына өмөтләнә. Сөнки быйыл улар үҙ-ара бишенсе тапҡыр осрашып, икеһендә өфөләр дәғүәсеһен төп ваҡытта алдырһа, ә инде "Авангард" уйынсылары быныһы менән өсөнсө мәртәбә буллит серияһында ота. Һығымта: мәргәнлек өҫтөндә эшләргә ваҡыт. 

Шулай итеп, беҙҙекеләр 55 мәрәй яулап, әлегә Көнсығышта бишенсе баҫҡыста тора. Алтынсыла урынлашҡан "Адмирал" иҫәбендә лә 55 мәрәй. 51 мәрәй менән "Аҡ барс" та бына-бына етергә тора. Юғарыла - "Автомобилист" (62 мәрәй). "Металлург" (60 мәрәй), "Авангард" (58 мәрәй), "Себер" (57 мәрәй). 

Киләһе уйынын юлаевсылар 4 ғи­нуарҙа үҙ майҙанында “Локомотив” клубы менән уҙғарасаҡ.

Фото: ТАСС. 

Йәнә буллиттан еңелде...
Йәнә буллиттан еңелде...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: