Тәүгеһе тетрәнеүҙәр иҫәбенә инмәһә лә, Мессиҙың күптән көткән хыялы тормошҡа ашты. Ул – чемпион. Икенсеһе, әлбиттә, Ер шарын тетрәндерҙе. Футбол короле ауыр сир менән ауырып китеп, 82 йәшендә вафат булды. Донъя беренселегенең берҙән-бер өс тапҡыр чемпионы яҡты эҙ ҡалдырып, мәңгегә йоҡоға талды... Ә инде билдәле футболсы, Месси кеүек чемпионлыҡтан тыш, донъяның бар наградаларына лайыҡ булған Криштиану Роналду тотто ла Сәғүд Ғәрәбстаны беренселегенә юлланды. Әлбиттә, уның тураһында төрлө имеш-мимештәр йөрөнө. Әммә ул, Европаны ташлап, аҡсаны өҫтөнөрәк күрҙе. Сәғүдтәрҙең “Ан-Наср” клубын һайлап, ике миҙгелдә былай ҙа ҡалын кеҫәһен 400 миллион евроға байытасаҡ.
фото: ТАСС.