“Трактор” хоккейсылары әлегә 40 мәрәй туплап, Көнсығыш конференцияһында унынсы баҫҡысты биләй. Ғөмүмән, улар плей-офф зонаһына эләгеп торған “Барыҫ”тан бары бер генә мәрәйгә ҡалыша. Шуға ла бәйге, моғайын бик көсөргәнешле булыр. Өфөләр иһә, “Авангард” командаһы менән 54-шәр мәрәй яулап, дүртенсе-бишенсе урындарҙы бүлешә.
Силәбенән һуң, юлаевсылар Омскиға юлланып, “Авангард” менән осрашасаҡ.
фото: ТАСС.