Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Декабрь 2022, 21:15

Ялдары файҙаһыҙ уҙмаған...

Быйылғы миҙгелдә юлаевсылар бындай иҫәпкә үҙ көйәрмәндәре алдында отолғаны булмай буғай.  

Ялдан сыҡҡандан алып, ике уйында ла дәғүәселәренә еңелде. Күрәһең ялдарын файҙаға уҙғарған... Ярай инде көслө “Авангард”ҡа ҡаршылыҡ күрһәтеп, буллит серияһында еңелһә, ә инде Көнсығыш конференцияһы аутсайдерына, хатта 1:5 иҫәбенә ҡыйралды.  

Хәҙер беҙҙекеләр яйлап, урынына ҡайтып бара буғай. Етенсе баҫҡыста килгән “Аҡ барс”ҡа ла өфөләрҙе ҡыуып етергә бары биш мәрәй ҡалды. Аҫтағылар  ҙа бына-бына өҫкә менергә тора. Ҡыҫҡаса әйткәндә, даими беренселектең ҡалған өлөшө бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы.

Фото: ТАСС. 

Ялдары файҙаһыҙ уҙмаған...
Ялдары файҙаһыҙ уҙмаған...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: