-6 °С
Болотло
“Амур” әлеге ваҡытта Көнсығыш конференцияһында 38 мәрәй йыйып, плей-оффтың тупһаһына эләгеп баҫып торған “Барыҫ”тан бер генә мәрәйгә ҡалыша. Ғөмүмән, аҫтағы дүрт команда ла бер-ике мәрәй айырма менән үҙ-ара бер урын өсөн көрәш алып бара. Шуға буласаҡ бәйге бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Улар быға тиклем үҙ-ара өс уйын уҙғарып өлгөрә инде. Өфөләр Хабаровскиға барып, хужаларҙы ике рәт еңеп ҡайтһа, “Амур” уйынсылары ла Өфөгә килеп, ике мәрәйле булды.
Фото: ТАСС.