Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Декабрь 2022, 21:45

Икеһенә икешәр еңеү

КХЛ-да булған ҡыҫҡа ғына тәнәфестән һуң, бөгөн уның даими беренселек уйындары дауам итте.  

“Салауат Юлаев” командаһы үҙ майҙанында “Авангард” клубын ҡабул итеп, ҡунаҡтарға йәнә буллит серияһында еңелде. Хужалар иҫәпте беренсе булып асһа ла, икенсе осорҙа Омск өлкәһе уйынсылары иҫәпте тигеҙләүгә өлгәшә. Һуңғы осор һәм овертаймда еңеүсене асыҡлай алмағас, буллит серияһында тегеләр мәргәнерәк булып сыға.

Шулай итеп, быйылғы миҙгелдә улар үҙ-ара дүрт тапҡыр осрашыып, һәр береһе икешәр еңеү яуланы.

Әлеге ваҡытта өфөләр Көнсығыш конференцияһында бишенсе баҫҡысҡа төшөп торҙо. "Авангард" иһә, юлаевсыларҙан ике мәрәйгә ҡала, алтынсы.

фото: ТАСС.

Икеһенә икешәр еңеү
Икеһенә икешәр еңеү
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: