Финалда Аргентина командаһы ғәмәлдәге чемпион - Франция уйынсылары менән осраша. Аргентина уйынсылары төп призды ике тапҡыр яулаһа ла, һуңғы тапҡыр уға 1986 йылда эйә булғайны. Рәсәйҙә уҙған беренселектә Месси һәм уның командаһы 1/8 финалда бөгөнгө буласаҡ дәғүәсеһенә отолоп, төшөп ҡала. Ә инде Франция уйынсылары чемпион исемен яулай. Тимәк, уҙасаҡ бәйге икеләтә көсөргәнешле булмаҡсы. Берҙән үс алырға кәрәк, икенсенән чемпионлыҡҡа Мессиҙың һуңғы өмөтө. Тағы шуныһы: улар икеһелә икешәр тапҡыр еңеүсе була, тимәк, бөгөн кемдер өсөнсөгә кубокты күккә сөйәсәк.
фото: ТАСС.