Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Декабрь 2022, 15:00

Бабиковка саҡ ҡына етеҙлек етмәне

Бөгөн Өфөлә биатлон буйынса барған Рәсәй кубогы бәйгеһендә спортсылар спринтта көс һынашты.  

Башта ир-аттар ярышҡан һөҙөмтә буйынса Александр Корнеев – беренсе, Максим Цветков – икенсе һәм Даниил Сверохвостов финишта өсөнсө булды. Ә бына билдәле яҡташыбыҙ Антон Бабиков  сөпкә атыуҙа был юлы хаталанмай, финишта дүртенсе ваҡыт күрһәтте. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Елизавета Каплина – беренсе, Екатерина Носкова – икенсе һәм Наталья Гербулова өсөнсө булды.

Фото: ТАСС. 

Бабиковка саҡ ҡына етеҙлек етмәне
Бабиковка саҡ ҡына етеҙлек етмәне
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: