-11 °С
Болотло
Финалда ниһайәт, Месси һәм уның командаһы француздар менән көс һынашасаҡ. Франция уйынсылары Рәсәйҙә уҙған чемпионатта хорваттарҙы отоп, төп кубоклы булғайны. Ғөмүмән, Аргентина футболсылары Хорватия командаһын 3:0 иҫәбен еңеп, финалға сыҡһа, француздар Марокко уйынсыларын 2:0 иҫәбенә отто.
Шулай итеп, әгәр Аргентина кубоклы булһа, Мессиҙың бөтөн хыялы тормошҡа ашасаҡ. Өсөнсө урын өсөн Хорватия менән Марокко командалары алышасаҡ.
фото: ТАСС.